Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апреля 2025, 05:47

Хаталы ҡалам...

Өфө урамынан бер күренеш был. Эйе, урам атамалары яҙылған күрһәткес. Тик бер нәмәне аңламаным - Галле исемендәге урам атамаһы русса, инглизсәнән тыш, тағы ниндәй телдә яҙылған ул? 

Хаталы ҡалам...Хаталы ҡалам...
Хаталы ҡалам...

Өфөлә, ғөмүмән, Башҡортостанда, дәүләт телдәрен ихтирам итеү, өйрәнеү, һаҡлау, тейешенсә (Законда, Конституцияла яҙылғанса) ҡулланыу түгелме ни беҙҙең маҡсат? Мыҫҡыл итеү был. Баяғы урам атамаһын яҙыуҙы (тағы ла асығыраҡ күреп, ғибрәт алыу өсөн махсус билдәләнек) әйтәм. Ә ысынлап та, ниндәй телдә яҙылған һәм ни өсөн? 

Фото: автор фотоһы

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас