Һыу кимәленең юғары күтәрелеүе түбәндәге йылғаларҙа билдәләнә:
- Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы янында Ҡариҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +60 см, ағымдағы кимәле 362 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 760 см;
- Салауат районының Сулпан ауылы янында Йүрүҙән йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +43 см, ағымдағы кимәле 289 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 500 см;
- Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылы янында Стәрле йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +34 см, ағымдағы кимәле 339 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 445 см;
- Белорет районының Ар Ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 13 см күтәрелә, ағымдағы кимәле 245 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 330 см.
Шишмә районының Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһында һыу кимәленең 5 см түбәнәйеүе күҙәтелә.
Һыу объекттарын мониторинглау дауам итә. Йомағужа, Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары тултырыу режимында эшләй.
Хәлдәр контролдә тотола.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.