Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2025, 09:20

"Вилданды яратмайым. Баланы ла былай ғына таптым"

Гөлназ Асаева социаль селтәрендә яҙылыусыларының һорауҙарына яуап биргән.

"Вилданды яратмайым. Баланы ла былай ғына таптым""Вилданды яратмайым. Баланы ла былай ғына таптым"
"Вилданды яратмайым. Баланы ла былай ғына таптым"

- Һеҙ ниңә Иркәне яратмайһығыҙ?
- ⁠Һеҙгә кем әйтте был һүҙҙе? Мин уны артист булараҡ бик хөрмәт итәм. Был ҙур хеҙмәт, өҫтәүенә, ҡатын ҡыҙ йырсы өсөн.
- Ниңә концерттарығыҙҙа экран юҡ? Һеҙгә сәхнәлә шоу яһау оҡшамаймы әллә?
- Әлегә шоуға баҫым яһамаймын. Экран менән бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай. Тауыш һәм энергетика менән алдырырға кәрәк. Мин бары тик йырлайым һәм тамашасым менән аралашам.
- ⁠Вилданды яратаһыңмы?
- Юҡ, былай ғына 6 йыл йәшәйбеҙ. Эш юҡлыҡтан. Бәпәйҙе лә уйын өсөн генә таптыҡ.
- ⁠Малай алып ҡайтырға теләйһегеҙме?
- Эйе-е-е
- ⁠Яһалма ерҙәрең бармы?
- ⁠Ҡашым, ирендәрем, тырнаҡтарым.
- һеҙҙең өсөн был тормошта иң ҡәҙерле әйбер нимә?
Был һорауға яуап итеп Асаева ғаиләһенең фотоһын ҡуйған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас