Бигерәк тә ауырыу башланып ҡына торғанда дауаланыу сараһын күреү мөһим.
Тамаҡ ауыртып торғанда – йылымыс һыуға бөтнөк үләне, бер лимон һутын ҡушып әҙерләнгән эсемлек ярҙам итә;
Ҡоро йүтәл йонсотҡанда – йүкә сәскәһен термоста ҡайнар һыуҙа 3–4 сәғәт төнәтеп эсергә:
Тымауҙан – һуған һуты, алоэ һутын ҡушып, 1:1 нисбәтендә һыу өҫтәп танауға тамыҙырға;
Һалҡын тейгәндә – мөмкин тиклем күберәк һыу эсегеҙ. Йылантамыр үләне менән лимон ҡушып сәй әҙерләргә мөмкин. Шулай уҡ ҡайнатма тураһында ла онотмағыҙ! Мәҫәлән, ҡурай еләге ҡайнатмаһы температураны яҡшы төшөрә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.