Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2025, 08:45

Әсәһе өсөн бәпембә йыйған булған...

Азат исемле егет ата-әсәһенә барышлай, әсәһенә бәпембә йыйып алыу ниәте менән, халыҡ "гетто" тип йөрөткән паркка инә. Ата-әсә уны көтөп ала алмай - Азат эҙһеҙ юғала... 

Әсәһе өсөн бәпембә йыйған булған...Әсәһе өсөн бәпембә йыйған булған...
Әсәһе өсөн бәпембә йыйған булған...

Һуңынан уның кәүҙәһен ирекмәндәр паркта эҙләп таба. Азаттың башына еткән кеше үлтереүсене эҙләгәндә полиция хеҙмәткәрҙәре бер туған Статовтарҙың нарколабораторияһы барлығын, мефедрон етештереүҙәрен дә асыҡлай. 

Бөгөн Өфөлә присяжныйҙар ҡатнашлығында ҡаралған енәйәт эше буйынса уларға хөкөм ҡарары иғлан ителде. 

Судта билдәләүҙәренсә, Ишембайҙа ике бер туған интернет аша ике "АК 103" автоматын һатып ала. 2023 йылдың майында уларҙың береһе законһыҙ һатып алынған ҡорал менән атыу буйынса күнекмәләр үтеү маҡсатында Поляков исемендәге Затайрук урман паркына килә. Осраҡлы үтеп барыусыны күреп, уның хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүе ихтималлығынан ҡурҡҡан ир уны ҡыуып етә лә, башына ике тапҡыр ата. Мәйетте кеше йөрөмәгән урынға һөйрәп алып барып, ул енәйәт урынынан ҡаса.

Бынан тыш, ғәйепләнеүселәр үҙҙәренең гаражындағы нарколабораторияла 5 килограмдан ашыу мефедрон етештергән.

Суд уларға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 18 һәм 22 йылға ултыртыу ҡарары сығара. Уларҙың береһенә 1 йылға иркен сикләү рәүешендә өҫтәмә яза билдәләнә, унан һәләк булған кешенең туғандары файҙаһына 3 миллион һумлыҡ рухи зыян компенсацияһы түләтелгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас