Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апреля 2025, 14:30

Бер стакан һыу йөрәк өйәнәгенән ҡотҡара

  Һыуҙы ла ваҡытын белеп эсеү кәрәк, сөнки  төрлө ваҡытта эскән һыу организмға төрлөсә йоғонто яһай. Мәҫәлән, инсульт һәм йөрәк өйәнәген иҫкәртеү өсөн кардиологтар йоҡлар алдынан бер стакан һыу эсергә кәңәш итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер стакан һыу йөрәк өйәнәгенән ҡотҡараБер стакан һыу йөрәк өйәнәгенән ҡотҡара
Бер стакан һыу йөрәк өйәнәгенән ҡотҡара

 Йоҡонан уянғас та ике стакан һыу эсеү эске органдарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;

 Ашарҙан ярты сәғәт алда бер стакан һыу – аш эшкәртеүгә булышлыҡ итә;

Ваннала йә мунсала йыуыныр алдынан бер стакан һыу – ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә;

Йоҡлар алдынан бер стакан һыу – инсульттан һәм йөрәк өйәнәгенән һаҡлай;

Шулай уҡ төндә йоҡо мәлендә һыу эсеү аяҡтарҙың тартышыуын бөтөрә, ти табиптар.

Фото:Т. Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина