Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2025, 07:55

«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?

 2024 – 2025 йылдарҙағы  «Айыҡ ауыл» республика конкурсының йомғаҡлау этабы яҡынлаша.  

«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?
«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?

Уҙған йылдың 1 декабренән  10 мартҡа  тиклем район этаптары еңеүселәре  урындарҙа айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө  сара ойошторҙо һәм финалға үткән 53 ауыл «Бәләкәй тораҡ пункттар»,  «Урта тораҡ пункттар», «Ҙур тораҡ пункттар», «Эре тораҡ пункттар» номинацияларында проекттарын яҡлауға Өфөгә саҡырылды. Уларҙы профилле  министрлыҡ-ведомство, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  Президиумы  вәкилдәренән торған   эксперт комиссияһы баһаланы. Жюри ауылдар тәҡдим иткән проекттар, видеороликтар менән танышты. Презентацияларҙы яҡлауҙа район хакимиәттәре вәкилдәре, ауыл активистары ҡатнашты.

Конкурста иң юғары балл йыйып, урын алған ауылдарҙы 29 апрелдә  «Айыҡ ауыл» конкурсынының  тантаналы сараһында беләсәкбеҙ. Номинациялар буйынса еңеүселәргә  3 миллиондан 6 миллион һумға  тиклем  аҡсалата приз бирелеләсәк. Финалға үткән барлыҡ ауыл 200-шәр мең һум күләмендә аҡсалата премия  аласаҡ. Призға бирелгән аҡсалар тораҡ пунктты төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.

«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?
«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?
«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?
«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?
«Айыҡ ауыл»да кемдәр еңеүсе булыр?
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас