Башҡортостан төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын тамамлағандан һуң 2019 йылда егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына. Инженер ғәскәрҙәрендә разведчик булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәт Рәфискә оҡшай һәм ул РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2021 йылда кесе сержант дәрәжәһендә Сүриә территорияһында хәрби бурыстарҙы үтәүҙә ҡатнаша. Бында ул үҙенә «Тайфун»тигән позывной ала. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән хеҙмәттәштәре менән бергә ил мәнфәғәттәрен яҡлай. 2022 йылдың декабрендә беренсе тапҡыр яралана. Уң аяғынан 35 хәрби снаряд ярсығын алалар. Яугир күп һанлы операциялар үткәрә, оҙайлы реабилитация үтә һәм ҡабаттан яуҙаштары янына юллана. Тағы яралана. Ул фронтта биләмәләрҙе минанан таҙарта. Кесе лейтенант дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итә Р. Нуриханов. 2024 йылдың сентябрендә запасҡа ебәрелә.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Миналарҙан таҙартҡан өсөн», «Хәрби хеҙмәттә 5 йыл», «Инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән өсөн», «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн», Суворов, «Хәрби хәрәкәттәр отличнигы», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Рәфис Флорис улы хәҙер инде хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән. Быйыл һөйгәне Миләүшә менән ғаилә ҡорған.
Был хаҡта социаль селтәрҙә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев яҙған.