Араҡыла төнәтелгән уҫаҡ бөрөһөн бауыр ауырыуҙарынан, үпкә туберкулезынан һәм гастриттан файҙаланалар. Ангина һәм өҫкө тын юлдары ауырыуҙарынан тамаҡты сайҡатыу өсөн уҫаҡ бөрөһөнән төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн бер ҡалаҡ бөрөгә 200 г ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут йылыла төнәтергә һәм һөҙөп, ике тәүлек һалҡын урында һаҡларға. Ингаляция эшләр алдынан эҫе һыу ҡойолған кәстрүлгә 2 – 3 ҡалаҡ ошо төнәтмәне ҡойоп, таҫтамал менән ҡапланып, йылы боҫон һуларға.
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә уҫаҡ бөрөһө авитаминозды дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә иң яҡшы сара иҫәпләнә. Унда С витамины ылыҫтарҙыҡына ҡарағанда ла күберәк.
Апрелдә йыйып алынған 200 г бөрөнө тәүҙә ҡул менән бер аҙ ыуып алғандан һуң, үтә күренмәгән шешәгә һалып, өҫтөнә 300 мл араҡы ҡойорға һәм 10 көн төнәтергә. Әҙер булғас, ашарҙан алда көнөнә өс тапҡыр 15-әр тамсы эсергә.
Уҫаҡ бөрөһөнән май ҙа әҙерләйҙәр . Уны янған урындарға һөртөргә була. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған бөрө онтағын ваҡ иләк аша үткәреп, 100 г көнбағыш майы ҡушып бутарға.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.