Унда Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү үҙәгенең республика буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак һәм республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактикалау үҙәге баш табибы вазифаһын башҡарыусы Айгөл Ғәлиева ҡатнашты.
Һөйләшеү әлеге ваҡытта иң көнүҙәк булған сирҙәр: сысҡан биҙгәге һәм талпан энцефалиты тураһында барҙы.
— Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, был миҙгел ауырыуҙарының да мәле етте. Геморрагик биҙгәк һауа парҙары, саң туҙандары аша таралыусы – инфекция ауырыуы. Бигерәк тә ҡоро һауа хәүефле. Беҙҙең төбәк – сысҡан биҙгәге менән иң күп ауырыусылар булған төбәк. Сөнки беҙҙә ҡатнаш урмандар, йүкә ағастары күп. Был сысҡандарға үрсеү өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра. Ҡойлған япраҡтар аҫтында улар күпләп үрсей, шуның менән туҡлана, – тине Анна Казак ауырыуҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәренә туҡталып.
Ер кибә башлау менән кешеләр урманға, баҡсаһына бара, ихатаһын таҙарта. Бына шул ваҡытта сир йоҡтороу хәүефе көсәйә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ябай ғына һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк. Иң беренсе сиратта, ихата таҙалағанда битлек, бирсәткә кейеп эшләргә. Шулай уҡ даими рәүештә ҡулдарҙы йыуып торорға кәрәк. Бысраҡ ҡул менән ашарға, биткә ҡағылырға, тәмәке тартырға ярамай.
Ни өсөн был ауырыу менән күберәк ир-егеттәр сирләй һуң? Беренсенән, тыштағы эштәрҙе күберәк улар башҡара, производтсвола ла күберәк көслө заттар эшләй. Өҫтәүенә улар һаҡланыу сараһын күрмәй. Тағы ла ҡулдарын йыумайынса тәмәке тарталар. Шул ваҡытта вирус йоғоп ҡала ла инде, – тине Анна Казак сирҙе йоҡтороу хәүефенә туҡталып.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыу осрағы дүрт тапҡырға кәмегән. 2022 йылда был ҡурҡыныс сирҙе 3 меңдән ашыу кеше йоҡторһа, 2024 йылда 344 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған. Быға ауырыуға ҡаршы алып барылған иҫкәртеү саралары булышлыҡ иткән.
Айгөл Таһир ҡыҙы иһә, һуңғы йылдарҙа көҙгөһөн сысҡан ауырыуының көсәйеүе күҙәтелеүен билдәләне.
— Сирҙең инкубация осоро дүрт аҙанаға тиклем дауам итә, шулай ҙа ҡайһы бер осраҡта тәүге ике-өс көн эсендә лә беленеүе ихтимал. Әгәр ҙә сысҡандар булған ерҙә йөрөгәндән һуң, саҡ ҡына тымаулап ауырып китһәгеҙ, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Өйҙә дауаланырға һәм сирҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, өҙөклөктәргә килтереүе ихтимал. Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау курсы тәғәйенләнә, шул тиклем кеше тиҙерек һауыға һәм насар эҙемтәләре ҡалмай”, – тине ул.
Фото:Автор фотоһы.