"Ufa novosti" хәбәр итеүенсә, уйын ваҡытында малай йығыла һәм тормай. Тәүҙә иптәштәре уны шаярта тип уйлай. Әммә һуңынан, хәлдең етдилеген аңлап, "Ашығыс ярҙам" саҡыралар. Табиптар уны ҡотҡарырға тырыша, әммә ул дауаханала үлә. Яҡынса фаразлауҙарынса, уның йөрәге тота.
Башҡортостандың Тәфтиш Комитетында ла мәғлүмәтте раҫлайҙар.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш идаралығы тикшереү үткәрә, бөтә шарттар ҙа асыҡлана, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», - тип билдәләнеләр ведомствола.