Бөтә яңылыҡтар
10

ФАП-ты халыҡ көтә

Асҡын районының Ҡуяштыр ауылында яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.

ФАП-ты халыҡ көтә
ФАП-ты халыҡ көтә
Бина ҡоролған, әле эске биҙәү-һылау эштәре бара.
Быйылдан ФАП-тар "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау" программаһына ярашлы төҙөлә.
Яңы пункт заманса талаптарға яуап бирә, сифатлы ҡорамалдар алына. Ҡуяштыр ауылында 160 кеше хеһмәтләндереләсәк.
Әйткәндәй, быйыл үрҙә телгә алған программа буйынса алты поликлиника һалына, 134 берәмек модуль конструкцияһы алыу күҙаллана. Бынан тыш, туғыш объектты капиталь ремонтлау, 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 берәмек автотранспорт алыу ҡаралған.
Фото: Минздрав РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: