Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡартаябыҙ тей ҙә уфтаналар...

  Ҡартаябыҙ тей ҙә уфтаналар... Иҫәрлекме? Ә мин ҡыуанам.

Ҡартаябыҙ тей ҙә уфтаналар...
Ҡартаябыҙ тей ҙә уфтаналар...

Күпме тиҫтерҙәрем ирекһеҙҙән

Иртә китте яҡты донъянан.

 

Рәхмәт, Раббым, оҙон ғүмер бирҙең,

Бәрәкәте менән ҡушарлап,

Әрәм-шәрәм итмәнем дә былай,

Тик бәхетте бирҙең тотҡарлап.

 

Һуңлап килгән бәхет ҡәҙерле тип

Әйтер ине борон ололар.

Бәхетлемен! Һыҙлап киткәндә лә

Ташҡа бәргән башта оролар.

 

Йәш саҡта бит көс-ҡөҙрәт тә етә

Үткәрергә яҡшы-яманын,

Олоғайғас оло һынауҙарҙы

Күтәрергә бер үк яҙмаһын.

 

Ҡартаям тип бер ҙә уфтанмайым,

Бошонорға һис юҡ әмәлем,

Ер һелкетеп баҫып булмаһа ла,

Күңелемә бик хуш үҙ мәлем.

 

Мәүҙиға Баймөхәмәтова.

Фотола — автор.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: