«Уҡыусым «Молодой» позывнойлы яугир менән беҙ аралашып торабыҙ. Бер көндө ул мәктәпкә мебель алып бирергә теләген белдерҙе. Аҡсаһын күсергәс, мәктәп директоры Азат Фәйзуллин менән заказ эшләнек», – тип белдергән яугирҙың синыф етәксеһе Данис Хәйретдинович. Яңы мәктәп йыһазы менән яңыртылған синыф бүлмәһендә 15 бала белем ала.
«Молодой» шулай уҡ Эдуард Тимерғәлиндан неон лампалары менән яҡтыртылған «Мин Әмир ауылын яратам» тигән арт- объект эшләтергә лә заказ биргән.
Егет 2024 йылдың июнендә контракт төҙөп, МХО-ға юлланған. Шуға тиклем юл идаралығы ойошмаларының береһендә эшләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.