Бөтә яңылыҡтар
10

Көндәр йылынды, тип шатланмай тороғоҙ әле!

Тәбиғәттең сюрприздары алда әле, ти синоптиктар. Апрелдә Башҡортостанға Арктика һыуығы киләсәк!

Көндәр йылынды, тип шатланмай тороғоҙ әле!
Көндәр йылынды, тип шатланмай тороғоҙ әле!

 Март аҙағы беҙгә +16 градусҡаса йылы көндәр бүләк итә, ләкин шатланырға ашыҡмағыҙ! Апрель башында көн торошоноң боҙолоуы көтөлә: Башҡортостанға атмосфераны ҡырҡа үҙгәртәсәк циклон килә.

4-5

апрелдә Өфөлә һәм Екатеринбургта синоптиктар фараздары буйынса ҡар яуасаҡ, ә төнгө температура йәнә нулгә төшәсәк. Көндөҙ термометр  +6...+8 генә күрһәтәсәк, ә ҡайһы бер өлкәләрҙә тағы ла һалҡыныраҡ буласаҡ!

Рәсәй

Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд иҫкәртә: «Апрелдең тәүге көндәре йылы буласаҡ, әммә төнъяҡ-көнбайыш һәм Үҙәк ҡара тупраҡлы зонаөсөн түгел, унда көндәр һалҡынаясаҡ.”

Мәскәүҙәр 4 апрелгә

тиклем йылы көндәргә ҡыуанһа, Уралда, Волга буйында һәм башҡа төбәктәрҙә ысын һалҡындар буласаҡ: Себерҙә температура -30 градустан -35 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: