Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә яҙғы ташҡындар буйынса кәңәшмә үтте. Аномаль йылы көндәр ҡарҙың тиҙ иреүенә һәм йылғаларҙың иртә асылыуына килтерҙе.
- 112 системаһына 48 муниципалитетта территорияларҙы һыу баҫҡанлығы тураһында 500-ҙән ашыу хәбәр килде. Хәҙер халыҡты һәм йәшәү тәьминәте объекттарын ташҡындан һаҡлау, уның эҙемтәләрен кәметеү мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Иң ҡатмарлы хәл Архангельск районында булды, унда 18 марттан ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Инйәр йылғаһының ташыуы арҡаһында 100-ҙән ашыу йорт яны территорияһы һыу аҫтында ҡала. Уларҙан 246 кеше, шул иҫәптән 68 бала эвакуациялана. Бөгөнгө көндә Инйәр йылғаһында һыу кимәле 3 метрҙан ашыуға кәмегән, халыҡ өйҙәренә ҡайта. Республика Премьер-министры биләмәләрендә хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә был объекттарҙы милеккә рәсмиләштереү буйынса эштәрҙе тамамларға һәм яуаплы министрлыҡтарға ташҡындың аварияһыҙ үтеүе һәм ташҡын хәлен мониторинглау буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.
Яҙғы ташҡынға бәйле көнүҙәк мәғлүмәттәр:
Уҙған тәүлектә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Салауат районында һыу баҫыу тураһында 1 хәбәр килгән.
5 муниципаль берәмектәге 8 хәл контролдә тора.
Һыу кимәленең тәүлек эсендә максималь күтәрелеүе түбәндәге урындарҙа билдәләнә:
- Ҡариҙел районының Үрге Һөйән ауылындағы Ҡариҙел йылғаһында - тәүлек эсендә һыу 30 см күтәрелгән, ағымдағы кимәле 496 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 739 см;
- Баҡалы районының Нуғайбәк ауылындағы Ыҡ йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәленең артыуы 17 см, ағымдағы кимәле 358 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 410 см.
Һыу кимәле түбәнәйгән:
- Өфө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһы 8 см түбәнәйгән, ағымдағы кимәле 490 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 600 см;
- Өфө ҡалаһының Шаҡша районында Ҡариҙел йылғаһында һыу 34 см түбәнәйгән, ағымдағы кимәле 312 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 830 см;
- Белорет районының Ар Ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 22 см түбәнәйгән, ағымдағы кимәле 188 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 330 см.
Һыу объекттарын мониторинглау дауам итә, тип белдерәләр БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs.