Кисә кис Өфө районының "Өмөт" баҡсасылыҡ ширҡәтендә баҡса йорто яна тигән хәбәр килә. Уттан ағас өй һәм верандаһы ныҡ зыян күрә. Янғын урынына тиҙ арала Булгаков ауылынан янғын һүндереүселәр, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа экстрен хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 1963 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәбе асыҡлана.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs