Бөтә яңылыҡтар
10

Бушлай уҡырға килегеҙ!

Тиҙҙән Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бизнес-акселератор башлана. Был мәғариф программаһы инде өсөнсө тапҡыр уҡыусылар йыя. Уҡыу өсөн түләргә түгел.

Бушлай уҡырға килегеҙ!
Бушлай уҡырға килегеҙ!
4 апрелдә "Женщины Бизнеса" ассоциацияһының бизнес-акселераторы буйынса уҡыуҙар башлана. Был программа "Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, бушлай уҡыу - хыялдарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ул. Тәүге ике төркөмдә 1300-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Быйыл да программа менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуы көтөлә.
Уҡыу ике ай була. Унда федераль кимәлдәге белгестәр ҙә саҡырыла. Һәр кемдең шәхси остазы ла буласаҡ. Программа һуңында бизнес-проектты яҡлау ҡаралған.
Теркәлергә кәрәк, урындар һанаулы ғына: мәғлүмәт ошонда
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: