Бөтә яңылыҡтар
10

Юлдағы соҡорҙарға айырым иғтибар

Башҡортостанда төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарын тикшереүҙе 1 майға тиклем тамамлау күҙаллана.

Юлдағы соҡорҙарға айырым иғтибар
Юлдағы соҡорҙарға айырым иғтибар

Быйыл яҙ барлыҡҡа килгән юл етешһеҙлектәрен бөтөрөү  1 июнгә тиклем билдәләнгән . БР транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә соҡорҙарҙы ямау буйынса эште тамамалау ваҡытын иғлан итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Транспорт министрлығына 7 апрелдә республика ҡалаларында һәм райондарында соҡорҙарҙы ямау буйынса яңы доклад менән сығыш яһарға ҡушты.

–Хәҙер юлсылар өсөн иң мөһиме — соҡорҙарҙы ремонтлауҙы ойоштороу, — тип белдерҙе Радий Хәбиров һәм муниципалитет башлыҡтарына юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.

 Әлеге ваҡытта Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге асфальт-бетон япмалы юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 19 мең километрҙан ашыу. Шуларҙың төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың оҙонлоғо 9240 километр, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың оҙонлоғо 10 мең километр самаһы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: