Башҡортостанға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡайта.
Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ҡаршы алырға, ҡабул итергә һәм улар өсөн реабилитация өсөн генә түгел, консультация оҙатыуы өсөн дә бөтә шарттар әҙерләргә әҙер булырға тейеш.
Был хаҡта бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Республика етәксеһе уҙған аҙнала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы өсөн әҙерләнгән өҫтәмә бинаны ҡараны. Бөгөн Радий Хәбиров БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың ошо мәсьәлә буйынса докладын тыңланы. Фронттан ҡайтҡан ветерандарға муниципалитеттар ҙа ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Ихтыяжды билдәләргә һәм муниципалитет башлыҡтарына йөкләмә бирергә кәрәк. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: хәрбиҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында — яраланыу, йәш буйынса ҡайта башлай. Ҡасандыр демобилизация ла буласаҡ. Беҙ был эшкә әҙер булырға тейешбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.