2025 йылдың 24 мартына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яҙғы ташҡын менән бәйле халыҡтан 514 хәбәр килгән.
7 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 16 йорт яны территорияһын, 11 юл участкаһын һәм 2 күперҙе һыу баҫҡан.
Һыу баҫҡан йорттар һәм баҡса участкалары юҡ. Бөтә тораҡ пункттарҙа ла ваҡытлыса гидропостар ойошторолған, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмдәре тарафынан өҙлөкһөҙ мониторинг алып барыла.
Төп идаралыҡта тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшен дауам итә.
Республикала ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 86 кешенән торған көстәр һәм саралар төркөмө һәм 47 берәмек техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ ирекмәндәр йәлеп ителә.
Ҡыҙылъяр ауылы эргәһендәге гидропост буйынса Инйәр йылғаһының ағымдағы һыу кимәле 144 см. 390 сантиметрға етһә, йорт яны биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал.
- Халыҡ өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны әҙерләнгән, хәлде контролдә тотабыҙ, - тип белдерә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Фото: МЧС РБ.