Бөтә яңылыҡтар
10

Туплаған аҡсаны икенсе маҡсатта ла ҡулланып була

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһын ҡулланыу мөмкинлеге киңәйҙе.  

Туплаған аҡсаны икенсе маҡсатта ла ҡулланып була
Туплаған аҡсаны икенсе маҡсатта ла ҡулланып була

Хәҙер аҡсаны торлаҡты реконструкциялауға ла йүнәлтергә мөмкин. Республика хөкүмәте ошондай ҡарар сығарҙы.

Республика программаһы фатир, йорт, төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыуҙы, ипотеканы ҡаплауҙы күҙ уңында тота ине.

Башҡортостанда «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» республика программаһы 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Федераль закон проектынан айырмалы рәүештә, Башҡортостан программаһында дәүләттән премиялар ҡаралған: ҡатнашыусының айлыҡ взносына республика бюджетынан 30 процент  күләмендә премия өҫтәлә (әммә айына 5 меңдән артмаҫҡа тейеш).

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: