Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ банк эшмәкәрлеген асыҡлаған Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аҡса әйләнеше 300 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Тикшереүселәрҙең яҡынса билдәләүенсә, 2020 йылдан алып ул үҙенең таныштары ярҙамында 30-ҙан ашыу фиктив юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ ойошторған. Ошо предприятиелар аша ғәйепләнеүсе төрлө фиктив "хеҙмәттәр өсөн" аҡса операцияларын үткәрә. Асылда иһә законлы әйләнештән аҡса сығарыу бара. "Обнал" өсөн енәйәтселәр процент ала, һөҙөмтәлә 10 миллион һумдан ашыу енәйәти табышҡа эйә була. Дөйөм аҡса әйләнеше, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 300 миллион һумдан ашыу. Тикшереү эштәре барышында полиция хеҙмәткәрҙәре техниканы һәм законһыҙ банк эшмәкәрлеген раҫлаған документтарҙы тартып алған. Әлеге ваҡытта енәйәт эшмәкәрлегенең бөтә шарттары һәм уларға ҡағылышлы кешеләр асыҡлана.