Йырсы аптырап тормай уның янына йәнәшә ултырып йырлай башлай. Уянып киткән егет, тәүҙә аңына килә алмай тора, аҙаҡ йылмайып уңайһыҙлана, ҡулы менән битен ҡаплай. Был ваҡытта тотош зал тамашаны күҙәтә.
– Бөгөн концертта ҡыҙыҡ хәл булды. Дуҫтары дәрестән һуң йоҡлап киткән малайҙы туп-тура концертҡа алып килеп, залға ултырттылар. Ул бөтә концертты йоҡлап уҙғарҙы, һәм иң аҙаҡта мин уны уяттым, – ти Ришат.