Уҙған тәүлектә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Ҡариҙел районында һыу баҫыу тураһында 2 хәбәр килә.
Башҡортостан йылғаларында боҙ китә, һыу үҙәндәргә сыға, яр ситтәрендә боҙ ҡатламдары күҙәтелә.
11 ҡала, районда 18 хәл күҙәтеүгә алынған.
8 муниципаль берәмектәге 16 хәл контролдә ҡала.
Һыуҙың иң юғары кимәле түбәндәге урындарҙа күҙәтелә:
- Өфө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында һыу тәүлегенә 10 сантиметрға артҡан, әле 498 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 600 см;
- Баҡалы районының Нуғайбәк ауылындағы Ыҡ йылғаһында тәүлек эсендә һыу 9 сантиметрға күтәрелгән, әле ағымдағы кимәле 342 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыу кимәле 410 см.
Түбәндәге урындарҙа һыу кимәле төшкән:
- Иглин районының Түбәнге Ләмәз ауылындағы Ләмәз йылғаһында һыу кимәле 119 см түбәнәйгән, ағым кимәле әле 131 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 260 см;
- Ишембай ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 71 см кәмеп, әле 112 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 415 см;
- Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылы эргәһендә Стәрле йылғаһында ағым кимәле 331 см, һыу кимәле 41 см кәмегән, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 445 см.
Павловка, Йомағужа, Нөгөш һәм Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстары тултырыу режимында эшләй.
Һыу объекттарын күҙәтеү дауам итә.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs