Ял көндәрендә ул республиканың Миәкә районында булып, ошо атҡа ҡуйылған һәйкәлде ҡараған.
– Мине 1941 йылдың декабрендә фронтҡа ебәрелеп, 1947 йылда тыуған яғына ҡайтарылған легендар «Керчь» аты тураһындағы тарих хайран ҡалдырҙы. Берлинғаса барып етеп, тағы ике йыл хеҙмәт итә. Был уникаль осраҡ — ат тарихы. Әйҙәгеҙ, фильм төшөрәйек. Мин телевидениеға һәм кинематографҡа дәүләт заказы бирәм. «Керчь» аты тарихын белеүселәр бар. Уларҙан да һорашырға кәрәк, – тигән тәҡдим менән сыҡҡан республика етәксеһе.