Белорет районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азат Хәкимов тәғәйенләнде.
Башҡортостандың Белорет районы советы депутаттары район башлығы вазифаһын ваҡытлыса Азат Хәкимовҡа йөкмәтте. Быға тиклем ул Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән, тип хәбәр итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
- Эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Белореттар көслө, ныҡлы ҡулға, халыҡҡа ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәткә мохтаж. Унда беҙҙең проекттар ҙа бар, ҙур проблемалар ҙа бар, - тип хәбәр итте Хәбиров.
Райондың шәхси кураторы - төбәк премьер-министры Андрей Назаров буласаҡ.
7 апрелгә тиклем Белорет районы хакимиәтендә муниципалитет башлығы вазифаһына конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә.
Азат Хәкимов 1983 йылдың ноябрендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. БДАУ-ны тамамлай, карьераһын 2006 йылда "БашРЭС" компанияһында башлай. 2015 йылдан Өфө һәм Иглин райондары хакимиәттәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса төрлө вазифаларҙа эшләй. 2023 йылдың октябренән - Өфө ҡалаһының Октябрь районы башлығы урынбаҫары булып эшләне.
2020 йылдың февраленән районды етәкләгән Андрей Иванюта 2024 йылдың декабрь аҙағында вазифаһынан китеүе тураһында иғлан итте. Февралдә элекке чиновниктың туризмды ойоштороу менән шөғөлләнергә ҡарар итеүе тураһында билдәле булды.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.