Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, ғаилә имен булмаған. Ҡатындың аталары менән йәшәгән тағы өс балаһы ҡалған.
– Миңә янғында һәләк булған балаларҙың фотоларын күрһәттеләр. Күҙәтеү , профилактика органдары тарафынан барыһы ла эшләнгән кеүек. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ла эшләй, әммә йоҡлап ятыусылар фажиғәнән имен ҡотола алмай. Бәлки, беҙ күп балалы имен булмаған ғаиләләрҙең йорттарында янғынды иҫкәртеүсе интеллектуаль ҡоролмаларҙы ҡуя башларбыҙ? Автомат шылтырау булғанда , ҡотҡарырға ла мөмкин булыр ине. Быны нисек эшләргә кәрәклеген уйлағыҙ, – тине Радий Хәбиров.
БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, ай һайын ғаиләгә хакимиәт, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия вәкилдәре килгән. Ут сығыу менән янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ла эшләгән , әммә кешеләр төтөнгә тонсоҡҡан.