Бөтә яңылыҡтар
10

Берәү килеп миңә әгәр әйтһә

Берәү килеп миңә әгәр әйтһә, "Атай-инәйеңдәр иҫән", - тиеп.  

Берәү килеп миңә әгәр әйтһә
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә

 

Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн

Ҡайтыр инем  сабып-йүгереп.

 

Һөйләр инем барлыҡ шатлығымды,

Һөйөр инем үбеп биттәренән.

Йөрөр инем ялан тәпәй баҫып,

Бала саҡтың яҡты эҙҙәренән.

 

Тик булмай шул ....

Мәңгелеккә инде

Улар йылдар аша йырағая.

Төштәремдә генә инәй һөйә,

Атай миңә ҡарап йылмая.

 

Ғүмер уҙа, артта ҡала йылдар,

Бары хәтирәләр һаҡлана.

Атай-инәй, минең ғәзиздәрем,

Уңған ине улар һәр яҡлап та.

 

Иҫән саҡтарында беҙгә улар

Аҡыл биреп һөйөп үҫтерҙеләр.

Тик үҙҙәре янда булмаһа ла,

Кәңәштәре ярҙам итәләр.

 

Берәү килеп миңә әгәр әйтһә:

"Ҙур бүләгең нимә уларға?"

Ҙур бүләгем - доғаларым минең,

Инһен тиеп улар ожмахҡа.

 

Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: