Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һунарсыларға йыртҡысты атырға рөхсәт бирелгән. Бөгөн айыуҙар төбәгендә 10 һунарсынан торған төркөм эшләй.
- Бөгөн һунарсылар биләмәне патрулләй, - тип хәбәр итә "Башинформ". - Айыуға һунарға рөхсәт бирелгән. Республиканың минэкология башлығы урынбаҫары Камил Бирғолиев әйтеүенсә, быйыл айыуҙарҙың уяныуы иртә яҙға тура килгән, йыртҡыстар үҙ биләмәләре буйлап йөрөй башлаған ваҡытта улар агрессив була.
- Баҫыуҙарҙа һәм урмандарҙа ҡар юҡ тиерлек. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр урманда болан мөгөҙө эҙләй, ҡайын һутын йыйырға баралар. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында айыуҙарҙың һөжүм итеүе зыян күреүселәрҙең урманда яңғыҙ булыуы, шым ғына йөрөүҙәре һәм айыуҙарға үтә яҡын барып сығыуы арҡаһында булған, тип фаразлана. Айыуҙар кешенең яҡынлашыуын ишетмәгәнгә агрессив рәүештә кешеләргә һөжүм итә. Хәҙер иң мөһиме - зыян күреүселәр тиҙерәк һауығып китһен, - тип аңлатма бирҙе Камил Бирғолиев.
Әйткәндәй, Баймаҡ районында айыуҙан таланған 62 йәшлек ир әлегәсә реанимацияла ята. Бөрйән районында айыуҙан зыян күргән 1968 йылғы ир район дауаханаһында ауыр хәлдә... Тиҙерәк шәбәйһендәр, тип ихлас күңелдән теләйбеҙ!
Фото: Минэкологии РБ.