Бөтә яңылыҡтар
10

Ай, батыр ҙа ир икән "Һыуғояр"!

Иптәштәрен үлемдән ҡотҡарған Яңауыл районы егете "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.

Ай, батыр ҙа ир икән "Һыуғояр"!
Ай, батыр ҙа ир икән "Һыуғояр"!

Өлөшләтә мобилизация башланғанда "Һыуғояр" позывнойлы егет энергетиктарҙа эшләгән була. Йәш кеше МХО-ға барырға әҙерләнә, әммә "бронь" ҡағылған хеҙмәткәрҙе алмайҙар. Әммә ул ниәтенән баш тартмай, бер ни тиклем ваҡыттан һуң Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуя. Быға флотта хеҙмәт итеү тәжрибәһе лә булышлыҡ итә.

"Учебкала" оператор-тоҫҡаусы һөнәренә уҡығандан һуң фронтҡа эләгә. 

Инде йыл ярымдан ашыу ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта "Һыуғояр" танк командиры булып хеҙмәт итә.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында урындағы гәзит хәбәрсеһе Гөлнара Ситдиҡова уның менән осрашып, әңгәмәләшкән.

- Танкының һаҡланыуы - уның яҡшы маскировкаланыуына бәйле. Беҙгә даими рәүештә маскировка селтәрҙәре кәрәк. Беҙҙең ҡоралдарыбыҙҙың тәьҫире ҙур, шуға күрә беҙ дошмандар өсөн айырыуса мөһим маҡсаттарҙың береһе булып торабыҙ. Беҙҙең Т-72 Б3М - яҡшы, ышаныслы хәрби машина, - тип һөйләгән яугир. - Үткән ваҡыт эсендә ҙур тәжрибә тупланым. Башта ауыр булды, һуңынан өйрәнәһең. Ҡурҡыу хисе бар, әммә был насар түгел, ул һинең тере икәнлегеңде күрһәтә. Бер яуҙы ла алдан күҙаллап булмай, әммә беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тырышабыҙ. Хеҙмәттәштәр араһында яҡташтар ҙа бар, барыһы ла дуҫ йәшәй. Позитив моменттарҙы табырға, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларға юмор менән ҡарарға тырышабыҙ, юғиһә ауыр. Был ваҡыт эсендә хәрби иптәштәр ысын ғаиләгә әйләнде.

"Һыуғояр" билдәләүенсә, уларҙың бөтә төп нәмәләре лә бар: яҡшы көнкүреш ҡоролошо, тәьмин итеү тәртибе.

Иптәштәрен ҡотҡарған саҡта күрһәткән батырлығы өсөн ҡыйыу танкист егет "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Шуға оҡшаш хәлдәр бер нисә тапҡыр булғас, яугир үҙе быға ғәҙәти бер ваҡиғаға кеүек ҡарай.

- Башҡаса булмай ҙа, - ти ул. - Беҙ бит үҙебеҙҙекеләрҙе бер нисек тә ҡалдыра алмайбыҙ. Был осраҡта башҡалар ҙа шулай эшләр ине, тип ышанам.

Уның менән әңгәмәне беҙ уның хыялдары һәм теләктәре тураһында һорау менән тамамланыҡ.

- Беҙҙең иң ҙур теләгебеҙ - һуғыштың тиҙерәк тамамланыуы, еңеү яулап, өйөбөҙгә ҡайтыу. Ә бөгөн ошо мәлде яҡынайтыу өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - тине яугир.

Яңауыл районы егете кеүек батыр яҡташтарыбыҙ - беҙҙең ғорурлыҡ! Имен-һау еңеп ҡайтһын яугирҙарыбыҙ!

Фото: "Һыуғояр".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: