Бөтә яңылыҡтар
10

Аҙауҙарға компенсация түләйәсәктәр

Архангел районының Аҙау ауылы халҡына был аҙнала уҡ ташҡын килтергән зыянды иҫәпләп,  компенсация түләйәсәктәр.  

Аҙауҙарға компенсация түләйәсәктәр
Аҙауҙарға компенсация түләйәсәктәр

 

Башҡортостан Башлығы БР Хөкүмәтенең  оператив кәңәшмәһендә ошондай күрһәтмә бирҙе.

Әлеге ваҡытта халыҡтан 91 ғариза ҡабул ителгән, 29 кеше компенсация алған . Ҡануниәт буйынса һәр кешегә 10 мең һум түләү ҡаралған, әммә ғаиләгә 50 меңдән артыҡ түгел. Аҡсаны тик милекселәр генә ала ала. Бынан тыш, ауыл халҡына өҫтәмә рәүештә һәләк булған малдың хаҡы компенсациялана.

– Кешеләрҙең күпләп малы һәләк булған. Әммә  уны хәҙер  10 мең һумға һатып алып булмай. Шуға күрә беҙ мал өсөн дә  компенсация түләргә булдыҡ, финанслау сығанағы бар, – тине төбәк етәксеһе.

  Бынан тыш, Радий Хәбиров зыян күргән юлдарҙы тергеҙеүгә тиҙ арала аҡса бүлергә кәрәклеген әйтте.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: