Ут күрше ҡоролмаларға ла таралыу хәүефе була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәренең профессиональ эшмәкәрлеге - тиҙ һәм тәүәккәл эш итеүе арҡаһында 5 кеше ҡотҡарыла. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем тағы ла 7 кеше үҙ аллы эвакуациялана. Ҡотҡарылғандарҙың барыһы ла өлкәндәр.
- Янғын һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға урынында 20-нән ашыу белгес һәм 8 берәмек техника эшләне, - тип отчет бирҙе ведомствоның матбуғат хеҙмәте. - Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә. Торлаҡ биналарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, электр үткәргестәрен һәм йылытыу приборҙарын ваҡытында тикшереү кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ!
Фото: МЧС РБ.