Бөтә яңылыҡтар
10

Өйҙәренә ҡайттылар!

Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына халыҡтан 512 хәбәр килгән.

Өйҙәренә ҡайттылар!
Өйҙәренә ҡайттылар!

9 муниципаль районда һәм 2 ҡала округында йорт яны территорияһын (тәүлек эсендә -34), 13 юл участкаһын (-7, +2), 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 18 хәл контролдә ҡала (тәүлек эсендә -10, +2).

Өфөлә "Зеленый мыс" баҡсаһына юл бар, "Козарез" биҫтәһенә лә үтеү мөмкинлеге бар;

Ҡырмыҫҡалы-Атйетәр-Дәүләкән-Талбазы - юл асыҡ;

Учалы районы, Юлдаш-Илтабан - юл асыҡ;

Белорет районы, Егәҙе-Баҡый - үтеү мөмкинлеге бар;

Ғафури районы, Яңғыҙҡайын-Мораҡ-Йөрәктау юлы-"Шихан" ял йорто - юл асыҡ;

Саҡмағош районы, Яңы Йомран ауылы, Ғизәтуллин урамындағы юл асыҡ.

Башҡортостанда Архангел районының Аҙау һәм Тәүәкәс ауылдарында хәл тотороҡланып, ауыл халҡы үҙ йорттарына ҡайтты. Ваҡытлыса йәшәү пункттарында кешеләр юҡ.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: