Бөтә яңылыҡтар
10

Муттарҙың бер көнлөк табышы - 14 миллион һум

Өфөлә 68 йәшлек табип муттарҙан алданғас, полицияға мөрәжәғәт итер урынға, Интернеттағы ялған юристарҙан ярҙам һораған. 

Муттарҙың бер көнлөк табышы - 14 миллион һум
Муттарҙың бер көнлөк табышы - 14 миллион һум

Һеҙ йәшәгән йортта домофондарҙы алыштырып йөрөйбөҙ, сиратҡа баҫыр өсөн смс-хәбәрҙәге кодты әйтегеҙ, тип шылтыратҡан "домофон асҡыстарын алыштырыу компанияһы менеджеры". Ҡатын күрһәтмәне үтәгән. Артабан һөйләшеү барышында ят тауыштарҙы ишетеп, муттар менән аралашыуын аңлаған. Полицияға хәбәр итмәй, Интернетта табылған номерға - "Муттарҙан һаҡланыу хеҙмәте"нең "ҡыҙыу линияһына шылтыратып, хәлен һөйләгән. Уның ғаризаһын "үтә ашығыс" тип теркәгәндәр. Бер аҙҙан табипҡа" Росфинмониторинг вәкиле" шылтыратҡан, ҡатындың исеменә билдәһеҙ кешеләрҙең кредиттар рәсмиләштереүе хаҡында иҫкәртеп, аҡсаларҙы тиҙ арала "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡушҡан.

Ҡатын белгестәргә ярҙамдары өсөн рәхмәттәр уҡыған. Кисен "ниндәй оло бәләнән ҡотолоуы" тураһында улына һөйләгәндә генә алданыуын саҡ аңлаған.

Зыян күләме 3 миллион һумдан ашыу.

 44 йәшлек ҡатын иһә ялған "Дәүләт хеҙмәттәре" һәм Үҙәк банкы хеҙмәткәрҙәренә ышанып, телефонға гаджет менән ситтән идара итеү  мөмкинлеген биргән ҡушымта ҡуйған. Мутлашыусылар шуның аша унан 4,5 миллион һум аҡса урлай.

Башҡаларҙың хатаһын ҡабатлай күрмәгеҙ, теләһә кемдәргә ышанмағыҙ! 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: