Бөтә яңылыҡтар
10

Их, ирҙәр әрәм була...

Яңауыл районында янғын 55 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙгән. 

Их, ирҙәр әрәм була...
Их, ирҙәр әрәм була...

Иҫке Вәрәш ауылында янған йортто БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекле янғын һүндереү командаһы һүндергән. Утты һүндереү барышында йорт хужаһының кәүҙәһе табылған.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. 

Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, дуҫтар! Бәлә-ҡаза йорт-ерегеҙҙе урап үтһен!

Фото: МЧС РБ. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: