— Хәлең нисек? — тип һорайһың.
— Иҫке машина кеүек: Майлайым, яйлайым,
Унан һуң китәм йөрөп.
Тик "тәгәрмәстәр" ашалды
Тормош тигән юлдарҙа.
Шөкөр итәм, зиһен иҫән,
Бирешмәйем йылдарға.
Донъянан артта ҡалмаҫҡа
Зиһенем һаҡта тора.
Егәрлелек ҡаҡшай төштө,
Күпме майлап һыпырма.
Йылдарым да, юлдарым да
Бер йүнәлеште көйләй.
Күңел генә тартҡылаша,
Йәнәһе лә "мах" бирмәй.
Бына шулай йөрөп ятам
Иҫке машина кеүек...
Тиҙлек бер аҙ кәмеһә лә,
Шөкөр, зиһенем төҙөк.
"Иҫке машина", тимен дә...
Көлмәгеҙ дуҫтар, берүк.
— Беҙ тыуған илдә төҙөлгән,
Шул әрһеҙ "КамАз" кеүек!
Авторы билдәһеҙ.