Мәләүез районында полиция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт бирергә маташҡандар.
Бөгөн иртән Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 170-се километрында юл-патруль хеҙмәтенең айырым махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн "Ford EcoSport" автомобилен туҡтата: Өфөнән 79 йәшлек бабай "Уҙыу тыйыла" билдәһе зонаһында ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға.
- Административ протокол төҙөгәндә водитель, тапшырыу ҡумтаһына (коробка передач) 2000 һум һалып, яуаплылыҡтан ҡасырға маташа. Әммә инспекторҙар бындай провокацияға бирешмәй һәм ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөмөн саҡыра. Хәҙер водителгә ҡарата вазифалы кешегә ришүәт бирергә маташыу өсөн РФ Енәйәт кодексының 291-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә ҡарала. Был осраҡ бөтә водителдәргә законды үтәүҙең мөһимлеген һәм системаны урап үтергә маташыуҙың тағы ла етдиерәк эҙемтәләргә килтереүен иҫкәртә, тип яҙа баш автоинспектор Владимир Севастьянов.
Фото: БР ДАИ.