Бөтә яңылыҡтар
10

Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)

Йәшел дарыухана

Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)
Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)

  Һары умырзая иртә яҙҙан сәскә атыусы үҫемлектәрҙең береһе.  Уның һабаҡтарын, япрағын, сәскәһен дарыу урынына ҡулланырға  ярай. Составында  цимарин, адонитоксин, К-строфантин, сапониндар һәм фитостериндар бар. Ғәҙәттә, сәскә атҡан ваҡытта йыялар.  Был дарыу үләнен һалҡын тейеүҙән, үпкә һәм тын юлдары  ялҡынһыныуынан,  бөйөр һәм йөрәк ауырыуҙарына бәйле  шешенеүҙән, циститтан,  хәлһеҙлектән файҙаланалар.  Ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә.  Төнәтмәһен глаукомаға ҡаршы, ревматизмдан быуындар һәм   мускулдар ауыртҡанда тәҡдим итәләр.

Төнәтмә әҙерләү

Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылыға урап ултыртып, бер сәғәт төнәтергә.  Көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.  12 йәште уҙған балаларға бер балғалаҡ та етә.

Сәй

 Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут төнәтергә. Гиповитаминоздан, теш ҡаҙналары ауыртҡанда, аппетит булмағанда,  тире кибеп, төҫһөҙләнгәндә эсергә ярай.

 Һары умырзая ағыулы, шуға күрә  бик һаҡ булырға кәрәк: сей яра ауырыуҙары,  энтероколит булғанда уны эсеү тыйыла. Шулай уҡ 12 йәшкә тиклемге балаларға ла бирергә ярамай.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: