Бөтә яңылыҡтар
10

Һаҡ булығыҙ, тайыштабандар уянған!

Видеояҙмала Бөрйән районында айыу балалары менән юлға килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына йыртҡыстың һөжүменән ике кеше зыян күрә.

Һаҡ булығыҙ, тайыштабандар уянған!
Һаҡ булығыҙ, тайыштабандар уянған!

22 мартта Яңы Усман ауылынан ҡайын һыуы алырға тип урманға барған иргә айыу ташланған. Уны район дауаханаһына алып барғандар. Хәле яҡшынан түгел. 21 мартта Баймаҡ районында ла ошондай хәл теркәлде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты был осорҙа кешеләрҙән урманға йөрөүҙән тыйылып тороуҙарын һорай.

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите төркөмө

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: