Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция һалдаты Заһир Исмәғилов күптәнге ниәтен тормошҡа ашырып, ғаилә ҡорҙо. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы һылыуы Гөлназ менән никахлашты. Килен - Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре. Яугир үҙе Ейәнсура районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән.
Йәш ғаиләгә парлы матур тормош, тиң мөхәббәт һәм донъялар именлеге теләйбеҙ!