Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1600-ҙән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлана һәм туҡтатыла. Шулай уҡ иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән 65 водителдең тотолоуын билдәләп үтеү мөһим, уларҙың 3-ө иҫерек килеш рулгә ултырған, бының өсөн уларға енәйәт яуаплылығы янай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика биләмәһендә "Бурыслы" профилактик сараһы үткәрелә, ул 27 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov