Бөтә яңылыҡтар
10

Радий Хәбиров легендар аттың тарихын һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ял көнөн файҙалы үткәрергә ҡарар итеп, ғаиләһе менән республиканың Миәкә районына сәйәхәткә юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Радий Хәбиров легендар аттың тарихын һөйләне
Радий Хәбиров легендар аттың тарихын һөйләне

- Беҙ Миәкә районының Илсеғол ауылына барып еттек. Был Ҡорос ат исемле аттың һәйкәле. Легендар атты 1941 йылдың декабрендә фронтҡа оҙаталар, 1942 йылдан Башҡорт дивизияһы составында һуғыша, Берлинға тиклем барып етә. Һуғыш тамамланғас, һыбайлылар уны өйөнә ҡайтарыуҙы һорай. Был ғәжәп тарих. Артур Иҙелбаевтың был темаға бик яҡшы мәҡәләһе бар. Барыһына ла уҡырға тәҡдим итәм. Беҙҙең ер бай, һәр ҡалала, һәр ауылда үҙенсәлекле объект бар. Илсеғолдарға - ҙур рәхмәт. Матур ауыл. Шуны ла әйтәм, юлға һорауҙар бар. Тейешле бойороҡто дүшәмбелә бирәсәкмен", - тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә.

"Бөгөн минең менән ҡатыным Карина сәйәхәт итә. Ул  бер үк ваҡытта оператор ҙа)", тип яҙа төбәк етәксеһе.

Фото һәм видео: https://t.me/radiyhabirov/9812

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: