- Был шәмбелә беҙ ҡатыным менән республикабыҙҙың туристик иҫтәлекле урындарын ҡарарға булдыҡ, - тип яҙҙы төбәк етәксеһе. - Тәьҫораттарым менән уртаҡлашасаҡмын. Миәкә районына барабыҙ. Минең күптәнге хыялым - Керчь исемле атҡа һәйкәлде ҡарау. Уның тарихы ғәжәп, тоғролоҡ хаҡында, бурыс тураһында, башҡорт аты тураһында. Бергәләп Миәкә районында тағы ниндәй ҡыҙыҡлы урындар барлығын ҡарап сығайыҡ. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф!
Миәкә районының Илсеғол ауылынан булған Керчь - яуҙарҙы үтеп, тыуған илгә әйләнеп ҡайтҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының берҙән-бер аты. Уны маршал Будённый бойороғо буйынса Германиянан тыуған яғына ҡайтаралар.
Фото һәм видео: https://vk.com/wall413272232_1399817