Бөтә яңылыҡтар
10

Пенсионерҙар байый икән!

Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн бик шатлыҡлы яңылыҡ бар!

Пенсионерҙар байый икән!
Пенсионерҙар байый икән!

2025 йылда пенсионерҙар тупланма пенсияның бөтә суммаһын бер юлы ала аласаҡ.

Кем түләү ала? 60 йәшкә еткәндәр (ирҙәр) һәм 55 йәшкә еткәндәр (ҡатын-ҡыҙҙар), шулай уҡ ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын ваҡытынан алда алыу хоҡуғына эйә булғандар.

Әгәр сумма 411 мең 750 һум һәм унан кәм булһа, уны бер юлы алырға мөмкин. Әгәр тупланма ошо сумманан артып китһә, ай һайын түләүҙәр тәғәйенләнә, уларҙың күләме индивидуаль иҫәпләнә.

Белгестәр аңлатыуынса, тупланма пенсия түләүҙәрен иҫәпләүҙең яңы тәртибе 2024 йылдың июленән ғәмәлдә. Уның ярҙамында түләүҙе нисек алырға икәнен билдәләү күпкә еңелерәк.

- Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы ҡарарҙар граждандарҙың тупланма суммаһына һәм түләүҙәрҙең билдәләнгән осорона бәйле (ағымдағы йылда 270 ай йәки 22,5 йыл тәшкил итә). Әгәр тупланма пенсия пенсионерҙар өсөн дөйөм Рәсәй йәшәү минимумынан ун процентты һәм унан кәмерәк сумманы тәшкил итһә йәки 1 525 һум һәм унан кәмерәк булһа (ағымдағы йылда), ул саҡта кеше бөтә тупланмаларҙы бер тапҡыр бирелә торған түләү менән аласаҡ, - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Миҫал: 2025 йылда ир-атҡа 60 йәш тула, уның тупланма пенсияһы 405 мең һум тәшкил итә. Был сумманы 270 айға бүлгәндә айына 1 500 һум килеп сыға. Сумма ағымдағы йылға пенсионерҙың йәшәү минимумының ун процентынан кәмерәк (1525 һум), шуға күрә ул бер юлы бөтә тупланма пенсия суммаһын аласаҡ. Әгәр бүлеү ваҡытында алынған сумма 1525 һумдан артып китһә - ул саҡта тупланмалар айлыҡ түләүҙәргә бүленә.

- Пенсия тупланмалары тураһында бөтә мәғлүмәтте онлайн алырға мөмкин, шәхси иҫәп яҙмаһынан күсермәне Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки Башҡортостан буйынса Федераль социаль фонд бүлексәһенең клиент хеҙмәтенән алырға мөмкин, - тип һөйләне белгестәр. - Ғариза менән Социаль фонд бүлексәһенә йәки дәүләт ҡарамағындағы булмаған пенсия фондтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин, әгәр тупланма пенсия уларҙа формалаштырылһа.

Берҙәм контакт-үҙәк телефоны: 8-800-100-00-01 (дүшәмбе - кесаҙна 9.00 - 18.00, йома 9.00 - 16.45, шылтыратыу бушлай).

Мәғлүмәт "Электрогазета"нан алынды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: