Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡотлайбыҙ!

Камил Йыһаншинға Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы тапшырылды.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы - "Әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн" билдәһе тапшырылды. Был турала Камил Йыһаншиндың 75 йыллығына арналған тантаналы юбилей кисәһендә билдәле була. Ул яҙыусының тыуған яғында, Туймазы районында үтте.

Рәсәй Яҙыусылар союзының наградаһын Камил Йыһаншинға Рәсәй Яҙыусылар союзының төбәк секретары советы етәксеһе урынбаҫары Мамед Хәлилов тапшырҙы.

Фото: https://tuvest.ru/news/novosti/2025-03-15/znamenityy-pisatel-iz-tuymazov-kamil-ziganshin-prazdnuet-yubiley-4158186

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: