Бөтә яңылыҡтар
10

Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...

"Ҙур боҙ киҫәктәре яр буйына килеп сыға, улар бер нисә фонарҙы бәреп йыға, эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә. Өфөлә йөҙҙәрсә кеше ғәҙәти булмаған күренеште күрергә йыйыла" - UTV сюжеты ошо турала. Ташҡынға бәйле иң актуаль яңылыҡтар сайтта.

Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...
Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Айытов Ка-32 вертолетында Өфө, Кушнаренко һәм Бөрө райондары өҫтөнән йылғаларҙы осоп ҡарап сыҡҡан.

 Ағиҙел яры буйындағы Затон күпере районында шартлау эштәре үткәрелгәндән һуң һыу кимәле 1 метр 28 сантиметрға кәмегән.

Өфө районының Горнов ауылынан Благовещен күперенә тиклем боҙ китеүе күҙәтелә, ағым буйлап аҫтараҡ, Кушнаренко районында, әле боҙ ята.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй. Эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mchsrb01

Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...
Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...
Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...
Эскәмйәләр тулыһынса һыу аҫтына китә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: