Бөтә яңылыҡтар
10

Экспорт каталогы яңыртыла

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы Экспорт каталогын яңырта. Продукцияғыҙҙы сит илдәргә тәҡдим иткегеҙ килһә, мәғлүмәт бирә һалығыҙ!

Экспорт каталогы яңыртыла
Экспорт каталогы яңыртыла

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республика экспортерҙарының сит ил баҙарына сығыуы өсөн Экспорт каталогын даими яңырта. Төбәк бизнес-берләшмәләре вәкилдәре артабан сит ил партнерҙары менән халыҡ-ара бәйләнештәр булдырыу өсөн Экспорт каталогына үҙ хеҙмәттәре һәм продукцияһы тураһында мәғлүмәт тапшыра ала.

- Республика экспорт каталогы - ул сит ил партнерҙарына республика етештереүселәренең продукцияһы һәм хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн уникаль формат. Каталогта теркәлеү - сит илдәге һатып алыусыны тиҙ һәм арзан табыу ысулы. Каталогта урынлаштырылған мәғлүмәт төбәк ойошмаларына үҙҙәре менән сит илдәрҙе таныштырырға мөмкинлек бирә, - тип хәбәр итте БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, каталог ярҙамында Башҡортостан Республикаһының потенциаль һәм ғәмәлдәге экспортлаусылары тел менән проблемаларҙы хәл итә, тышҡы баҙарҙа даими булыуҙы тәьмин итә һәм һатыу географияһын киңәйтә ала.

- Үҙ продукцияһын сит баҙарҙарҙа тәҡдим итергә теләүселәрҙән habibullina.gn@bashkortostan.ru электрон почтаһына компанияһы тураһында мәғлүмәт ебәреүҙәрен һорайбыҙ, - тип белдерәләр ведомствонан. - Мәғлүмәттә ойошманың исеме, компания һәм экспортҡа сығарылған продукция тураһында ҡыҫҡаса белешмә, контакт мәғлүмәттәре (телефон, почта, сайт, QR-код) булырға тейеш. Барлыҡ һорауҙар менән үрҙә күрһәтелгән электрон почта адресына йәки +7 347 2808718 телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26366/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: