Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингының "Эшҡыуарҙар тарафынан инвестиция инфраструктураһы объекттарын баһалау" онлайн-һораштырыуына йомғаҡ яһаны. Һорау алыуҙа "Күмертау" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарының 90 проценттан ашыуы ҡатнаша, уларҙың баһаһы 5 мөмкин булған баллдан 4,8 балл тәшкил итә.
- "Күмертау"ҙың 8 йыл эшләү осоронда резиденттар республика иҡтисадына 4,9 миллиард һум самаһы инвестиция һалды һәм 2000-дән ашыу эш урыны булдырҙы. Респонденттар резиденттарға күрһәтелгән ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә буш майҙандарҙың булыуын, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлегенән ҡәнәғәтләнеүҙәрен 4,8 балға баһаланы, был уҙған йылғы һөҙөмтәләрҙән 0,17 балға юғарыраҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, икенсе кварталда "Благовещенск" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары араһында һорау алыу үткәреү планлаштырыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, төбәктең Инвестиция порталында һорау алыуҙар барышында инвесторҙар шулай уҡ хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, ярҙам саралары буйынса тәҡдимдәр индерә ала.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26367/