Бөтә яңылыҡтар
10

Балаларҙы һәләк итә яҙған водитель!

Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ Мияки автомобиль юлында мәктәп автобусы ҡатнашлығында авария булған.

Балаларҙы һәләк итә яҙған водитель!
Балаларҙы һәләк итә яҙған водитель!

Кисә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Яңы Усман ауылына боролошта "ВАЗ-21099" автомобиле менән идара иткән Дәүләкән районынан ир, "Уҙыу тыйылған" билдәһе торған урында, алда хәрәкәт иткән йөк автомобилен уҙып китеү ваҡытында "ПАЗ" мәктәп автобусы менән бәрелешә. Йөк машинаһы алдында барған автобус тап шул мәлдә Яңы Усман ауылына боролған була.

Билдәле булыуынса, мәктәп автобусы 20 уҡыусы менән патриотик концерттан Шишмә ҡасабаһынан Дурасов ауылына ҡайтып барған. Урынға махсус хеҙмәттәр килә, медиктар балаларҙы ҡарай, зыян күреүселәр, шөкөр, юҡ. Уҡыусыларҙың да ата-әсәләре авария урынына килеп етә һәм балаларын алып ҡайта.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә транспорт саралары механик зыян күргән. "ВАЗ-21099" водителенә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн дә, авария яһаған өсөн дә административ материал төҙөгән.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: